Яҡһаң уны ҡышҡы һалҡындарҙа
Йылы, йәмле ине өй эсе!
Ишек асып өйгә кереү менән
Мейес тора ине уң яҡта.
Бөтә өйҙөң йәме мейесебеҙ
Кеүек ине беҙгә ул саҡта!
Өй йылытҡан ошо мейес ине,
Шул мейестә бешә ашарға.
Бөтә өйҙөң йәме - мейесебеҙ,
Нисек мөмкин унһыҙ йәшәргә?
Ҡуҙҙар һала әсәй самауырға,
Торонбашты тарта усаҡҡа.
Ҡаҙан аҫты дөрләп янып китә,
Бешерә әсәй беҙгә тамаҡҡа.
Бик һағынам, дуҫтар, әсәйемдең
Мейестән сыҡҡан эҫе икмәген.
Һөт йылытып, сепаратор аша
Үткәрелгән шыйыҡ ҡаймағын!
Унан ҡала бигерәк һағындыра
Суйында бешкән тәмле аштары.
Тәгәрләткән картуф тәмле ине,
Танау ярып керә еҫтәре!
Күҙ алдымда һаман - әсәйемдең
Алъяпҡысы булды билендә.
Ул бешергән татлы ризыҡтарҙың
Тәмен тоям кеүек һаман телемдә...
Гөлнур Вәхитова