Яҙғы ташҡынға бәйле яңылыҡтар менән бүлешәбеҙ.
Уҙған тәүлектә 112 системаһының саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә һыу баҫыу тураһында 45 хәбәр килә. 13 муниципаль берәмектәге 25 хәл контролдә тора.
Өфө ҡалаһында, Дуҫлыҡ монументы районында, Ағиҙел йылғаһының максималь кимәле 633 см тәшкил итә, һыу бер тәүлек эсендә 263 см күтәрелгән, Затон күпере районында шартлау эштәре үткәрелгәндән һуң кимәле 1 метр 28 см 505 см тиклем кәмей.
Һуңғы тәүлектә эвакуацияланғандар юҡ.
Көн һайын республикала һауанан күҙәтеү алып барыла. Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Ирек Сагитов һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов осош яһаны. Улар Архангельск районына барып, боҙ тығыны хәүефе булған территорияларҙы тикшерҙе.
Хәл-ваҡиғалар контролдә, тип хәбәр итә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.