Ейәнсура районынан эшҡыуар Ләйлә Юлдашбаева ("Amanatural" компанияһы) "Башҡортостан продукты" ирекле маркировка билдәһенә хоҡуҡ алды. Бынан ары уңған ханым етештерелгән продукцияһын ошо билдә менән таратасаҡ.
Белеүегеҙсә, "Башҡортостан продукты" билдәһен ҡулланыу етештереүсегә ҙур мөмкинлек аса.
"Amanatural"да тәбиғи ярымфабрикаттар, билмән, манты, голубцы кеүек ризыҡтар әҙерләнә. Һыйыр итенән фарштарын да бик маҡтайҙар.
Урындағы хакимиәттең бизнес-шәрифе Азамат Салауатов белдереүенсә, махсус билдә милли ризыҡтарҙы таратырға ла булышлыҡ итә, халыҡ-ара баҙарға сығыу яйын да бирә.
Фото: Администрация муниципального района Зианчуринский район.