Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Март 2025, 06:00

Ә һеҙ ҡартатайығыҙға кейәүгә сығыр инегеҙме?

Башҡортостанда бер парҙың йәш араһы 51 йыл. Был бит ейәнсәре ҡартатаһына кейәүгә сыҡҡан кеүек була.

Ә һеҙ ҡартатайығыҙға кейәүгә сығыр инегеҙме?Ә һеҙ ҡартатайығыҙға кейәүгә сығыр инегеҙме?
Ә һеҙ ҡартатайығыҙға кейәүгә сығыр инегеҙме?

Яңыраҡ  «Ю» телеканалы : «Тигеҙ булмаған никах» реалити-шоуының  яңы сығарылышы геройҙарын тәҡдим итә – Күмертауҙан Дарья һәм Олег, уларҙың йәш айырмаһы 51 йәш. Был хаҡта телеканалдың матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Уларҙың мөхәббәт тарихы 2019 йылдың көҙөндә башлана, ә бер йылдан һуң пар туй үткәрә. Хәҙер улар ике ул тәрбиәләп үҫтерә һәм бер-береһенә терәк булып йәшәй кеүек. Әммә ғаиләлә барыһы ла шул тиклем шыма түгел. Оло йәштәге ире даими рәүештә баш ҡалаға дауаланырға йөрөй. Йәш ҡатынының балалары менән тормошон еңеләйтеү өсөн, Олег Дарьяның туғандары сабыйҙарҙы ҡарай алырлыҡ фатир һатып ала. Тик  ҡатындың әсәһе һәм һеңлеһе бындай пенсионер кейәүгә бөтөнләй шатланмай һәм ярҙам итергә теләмәй икән.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас