Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Март 2025, 08:45

Ҡатынды табуретка менән үлтергәнсе туҡмаған...

Был ҡот осҡос хәл Салауатта булған.

Ҡатынды табуретка менән үлтергәнсе туҡмаған...Ҡатынды табуретка менән үлтергәнсе туҡмаған...
Ҡатынды табуретка менән үлтергәнсе туҡмаған...

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ир менән ҡатын граждан никахта йәшәгән. Ғинуар айында улар ирешеп китә, ир йоҙроҡтарын йомарлап ҡатынға ташлана, типкесләй, һуңынан бисараны табурет менән туҡмай.

Ҡатын ваҡиға урынында йән бирә.

Ир күршеһенә шылтыратып, булған хәл тураһында һөйләй. Күрше ҡатын полицияға шылтырата һәм ирҙе ҡулға алалар.

"Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таный һәм таныу күрһәтмәләре бирә", - тип аңлатма бирҙеләр ведомствола. Енәйәт эше судҡа ҡарау өсөн ебәрелгән.

Фото: БР Тәфтиш комитеты.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас