Бөтә яңылыҡтар
10

Йылғалар төнөн серләшә...

Әле, ташҡын мәлендә, йылғалар серләшмәй шул, ә шатыр-шотор уянып, боҙ-кейемен атып бәрә. Ҡайҙарҙа һыу ныҡ күтәрелгән, ҡайһы ауыл халҡына әҙер торорға - яҙма ошо хаҡта. 

Йылғалар төнөн серләшә...
Йылғалар төнөн серләшә...

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, һыу кимәленең тәүлек эсендә максималь күтәрелеүе түбәндәге йылғаларҙа билдәләнә:

- Иглин районының Охлебинин ауылында Ағиҙел йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +280 см, ағымдағы кимәле 825 см;

- Салауат районының Сулпан ауылында Йүрүҙән йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +176 см, ағымдағы кимәле 436 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығышы 500 см;

- Ҡырмыҫҡалы районының Ляхов ауылындағы Өршәк йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +107 см, ағымдағы кимәле 640 см;

- Иглин районының Глуховский ауылындағы Эҫем йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +97 см, ағымдағы кимәле 567 см;

- Өфө ҡалаһында Ағиҙел йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +90 см, ағымдағы кимәле 265 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 600 см.

Архангел районында Инйәр йылғаһында боҙ китеүҙе әүҙемләштереү буйынса эш дауам итә. Мәҫәлән, бөгөн Аҙау һәм Тәүәкәс ауылдары араһындағы йылға участкаһында шартлау эштәре үткәрелгән. Аҙау ауылында оператив штаб эшләүен дауам итә.

Йүрүҙән һәм Әй йылғаларындағы хәл контролдә ҡала.

Шулай уҡ бөгөн янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты Ка-32 ярҙамында Өршәк, Ағиҙел, Эҫем һәм Инйәр йылғалары өҫтөнән осоу үткәрелде.

Салауат районының Малаяҙ ауылында БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары һыу баҫыу зонаһынан 7 кешене, шул иҫәптән 1 баланы эвакуациялай.

12 муниципаль берәмектә 17 хәл контроль аҫтында: Архангел, Белорет, Благовар һәм Кушнаренко райондарында - йорт яны участкаларын; Әлшәй, Архангел, Ауырғазы, Белорет, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Салауат һәм Саҡмағош райондарында - төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарының 9 участкаһын; Бишбүләк һәм Шишмә райондарында 2 күперҙе һыу баҫҡан.

Бөгөн "112" системаһы саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә һыу баҫыу тураһында 14 хәбәр килгән. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, хәл-ваҡиғалар контроль аҫтында, тип яҙа. 

Фото, видео: МЧС РБ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: