Бөтә яңылыҡтар
10

Ҡунаҡты яралаған да, подъезға сығарып бәргән!

Ишембай районынан 36 йәшлек ир Стәрлегә дуҫына ҡунаҡҡа килгән. Ә унда 31 йәшлек ир ҙә булған. Өсәүләп осрашыуҙы "йыуғандар". Хисләнеп йырҙар йырлап ултырыр урынға, тас та тос һуғышып киткәндәрсе.

Ҡунаҡты яралаған да, подъезға сығарып бәргән!
Ҡунаҡты яралаған да, подъезға сығарып бәргән!

31 йәшлек ир (әйткәндәй, ул "разбой" өсөн ултырып сыҡҡан), Ишембайҙан килгән ҡунаҡты бысаҡ сәнсеп яралаған да, подъезға сығарып бәргәс, тиҙерәк ҡасҡан.

Яралы ир ауыр хәлдә дауаханала, ә енәйәтсе ир тотолоп, ҡулға алынған. Закон алдында яуап тотасағы билгеле.

Фото: https://web.telegram.org/k/#@mvd_rb

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: