Бөтә яңылыҡтар
10

Тотош Бөрйәнде гөж килтергән хәл

Бер заман ватсап, "Бәйләнештә", телеграмда Бөрйән районынан бер ҡатындың нисек итеп граждан ирен, ике күршеһен, әхирәтен аяныслы хәлгә тарытҡаны тураһында бәйән иткән яҙмалар таралды. "Аһ" итеп һөйләнеләр бер-беренә ошо хаҡта.

Тотош Бөрйәнде гөж килтергән хәл
Тотош Бөрйәнде гөж килтергән хәл

Бөрйән районы пенсионеркаһы интернетта еңел аҡса эшләргә ҡарар итә лә, бөтә йыйған аҡсаһын билдәһеҙ финанс аналитиктарҙың кәңәше буйынса инвестиция майҙансығына һала. Тиҙҙән уны брокерҙар, һеҙ күп аҡса эшләнегеҙ, тик уны алыу өсөн икенсе берәүҙең - "ышаныслы кешенең" иҫәбе талап ителә, тип ҡыуандыралар (йәнәһе лә, биржа ҡағиҙәләре шулай). Пенсионер ҡатын бергә йәшәгән иргә, әхирәтенә һәм ике күршеһенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.

Ауылда интернет йүнләп тотмай, әммә улар тау башына менеп тороп, ҡатынды тыңлап, уға телефондарын бирә. Мутлашыусыларҙың йоғонтоһонда булған пенсионерка үҙенә ышанған кешеләрҙең банк ҡушымталарына инеп, уларҙың исеменә кредиттар ала һәм ялған брокерҙарға 2 миллион 700 мең һумдан ашыу аҡса күсерә.

Аҙаҡ күпме генә "инвестиция килемен" көтмәһен, бер тинен дә кире ҡайтара алмай...

Һуңынан күмәкләп полиция юлын тапағандар, тип һөйләй райондаштары.

Беҙҙән һеҙгә бер генә кәңәш: аҡсаға ҡағылышлы эштәрҙә ышаныслы кеше булырға ризалашмағыҙ!

Фото: https://web.telegram.org/k/#@mvd_rb

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: