Төндә Мәскәү эргәһендәге аэродромдарҙың береһендә украин әсирлегенән азат ителгән Рәсәй хәрбиҙәрен ҡаршы алдылар.
Әсирҙәр менән алмашыу Владимир Путин һәм Дональд Трамптың шишәмбелә телефон аша һөйләшеү барышында өлгәшелгән килешеү сиктәрендә башҡарылды. Был юлы шулай уҡ Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең дипломатик ҡатнашлығы арҡаһында 175 Рәсәй яугиры тыуған иленә әйләнеп ҡайтты. Барыһының да бер генә теләк - йәһәтерәк өйгә ҡайтырға! Әммә уларға тағы бер аҙ түҙергә тура киләсәк: яугирҙарҙы хәрби госпиталгә оҙаталар, унда тикшереү, дауалау һәм реабилитация үтәсәктәр. Һәм шунан һуң ғына улар өйҙәренә ҡайтасаҡ.
Тиҙерәк һуғыш бөтөп, һәр яугирҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!
Фото: @dvizhenie_nashvyhod/Telegram