Сменаға 400-гә яҡын егет, хәрби-патриотик клубтарҙа ҡатнашыусылар һәм “Юнармия” Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе тәрбиәләнеүселәре, шулай уҡ иҫәптә торған балалар саҡырылған. Профилле республика сменаһы "Ирҙәрсә һөйләшеү" тип атала.
Радий Фәрит улы егеттәргә “Патриот” паркының ни өсөн Серафимов исемен йөрөтөүен, уның кем булыуын аңлатып, беҙҙең геройҙар тураһында һөйләне.
Белеүегеҙсә, махсус хәрби операция осоронда республиканан 13 яугирға Рәсәй Геройы исеме бирелде. Меңләгән хәрби орден-миҙалдар менән наградланды.
– Һеҙ бик яҡшы белем аласаҡһығыҙ – тактик әҙерлек буйынса ла, медицина буйынса ла. Һәм үҙегеҙгә дуҫтар ҙа табасаҡһығыҙ. Ошо бер нисә көндө үҙегеҙ өсөн файҙалы үткәрһәгеҙ ине. Һеҙгә өмөт менән ҡарайбыҙ һәм республикабыҙҙың киләсәген күрәбеҙ. Уңыштар теләйем. Һеҙҙең барыһы ла килеп сығасаҡ! – тип теләген еткерҙе Радий Хәбиров.
Фото: О. Яровиков, "Башинформ".