Бөтә яңылыҡтар
10

Полицияла һеҙҙе көтәләр!

Эш боҙған өсөн түгел, эшкә саҡыралар. Автоинспекцияға, енәйәттәрҙе тикшереү бүлегенә, патруль-пост хеҙмәтенә...

Полицияла һеҙҙе көтәләр!
Полицияла һеҙҙе көтәләр!

Өфө ҡалаһында эске эштәр органдарына кандидаттар өсөн беренсе мобиль пункт эшләй башланы. Полиция йәштәргә ҡытлыҡ кисерә.

Нимә тәҡдим итәләр кандидаттарға: түләүле отпуск һәм больничный, хеҙмәткәр һәм уның ғаилә ағзалары өсөн льготалар, ведомство медицина учреждениеларында бушлай медицина ярҙамы, 20 йыл хеҙмәт иткәндән һуң пенсияға сығыу мөмкинлеге, торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн түләү алыу хоҡуғы, хеҙмәткәрҙең ғүмерен һәм һаулығын дәүләт страховкаһы.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының юғары уҡыу йорттарында бушлай юғары белем алыу мөмкинлеге йәштәр өсөн айырыуса ҡыҙыҡлы.

Фото: https://web.telegram.org/k/#@mvd_rb

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: