Һыу баҫыу менән бәйле 168 йорт яны участкаһы, 42 йорт, 9 автомобиль юлы участкаһы, 2 түбәнге күпер контролдә ҡала.
Тәүлек эсендә бөтәһе 166 кеше, шул иҫәптән 38 бала эвакуациялана. 79 кеше, шул иҫәптән 18 бала, ваҡытлыса йәшәү пункттарында (Архангел районы Архангел, Оҙонлар, Аҙау, Орловка ауылдары). 87 кеше, шул иҫәптән 20 бала, туғандарына йәшәргә күскән.
- Ситуацияны тәүлек әйләнәһенә күҙәтеүҙе дауам итәбеҙ, тип белдерә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Һыу кимәленең тәүлек эсендә максималь күтәрелеүе түбәндә билдәләнә:
- Салауат районының Сулпан ауылында Йүрүҙән йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +214 см, ағымдағы кимәле 458 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 500 см;
- Өфө ҡалаһында Ағиҙел йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +88 см, ағымдағы кимәле 259 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 600 см;
- Бөрйән районының Ҡотан ауылындағы Ағиҙел йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +77 см, ағымдағы кимәле 186 см;
- Бишбүләк районының Дүсән ауылында Дим йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +56 см, ағымдағы кимәле 276 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 590 см.
Фото: МЧС РБ.