– Районда ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителмәгәс, йортто яңынан тергеҙеп, икенсе урынға күсереп һалыу проблема. Ауылда ер участкаһын еңел генә алып булмай. Бының өсөн әллә күпме документтар юлларға кәрәк, – ти Мәүлит ағайҙың һеңлеһе Альбина Йәрмиева.
Ауылдаштары, әлбиттә, Мәүлит ағайға ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтә. Ваҡытлыса йәшәргә үҙ өйҙәрен дә биреп тора. Ураҙаның фытыр саҙаҡаһын да йортһоҙ ҡалған ағайға йыйып бирергә ҡарар иткән тайыштар. Был изге ғәмәлдән беҙҙең «Йәшлек»тәр ҙә ситтә ҡалмаҫҡа булды. Мәүлит ағайға ярҙам итергә теләһәгеҙ, һеҙ ҙә ҡушылығыҙ.
Ярҙамды +7(919) 152-45-67 телефон номеры буйынса Йәрмиева Альбина Шакирйән ҡыҙының һаҡлыҡ банкы (Сбербанк) иҫәбенә күсерә алаһығыҙ.