Алдараҡ Динәнең мин башҡорт, сөнки мин ит ашайым, тип әсәһе менән һөйләшкән видеояҙмаһын һалған инек.
Бер аҙҙан Гөлназ йәнә яңы видео менән бүлеште. Бәләкәстән әсәһе: "Һин татармы, әллә башҡортмо?"- тип йәнә һорай.
Тәүҙә Динә нимә әйтергә белмәй һуңынан: "Мин башҡорт",- ти.
"Ҡыҙғанысҡа күрә, һин башҡортса ла, татарса ла һөйләшә белмәйһең шул. Әйҙә татарса һөйләшәйек, йә башҡортса. Һин бит минең кеүек ярты татар, ярты башҡорт ҡыҙы", -ти уға әсәһе.
Динә әсәһенә: "Әйҙә бергә башҡортса", - ти.
Баланың үтенесен әсәһе әлбиттә кире ҡаҡмай.