Бөтә яңылыҡтар
10

Фермер булырға өйрән!

Республикала 11-се “Фермер мәктәбе” белем биреү проектында ҡатнашыу өсөн һайлап алыу конкурсы башланды. Уны, ғәҙәттәгесә, “Россельхозбанк”, БР Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡорт дәүләт аграр университеты ойоштора.

Фермер булырға өйрән!
Фермер булырға өйрән!

Был юлы курс ҡунаҡсыллыҡ һәм агротуризм индустрияһына, йәшелсә-емештәр йыйыу, әҙерләү һәм эшкәртеүгә арнала.

“Фермер мәктәбе”нең маҡсаты – эш башлап торғанда кәрәккән белемде биреү генә түгел, ә тәжрибәле эшҡыуарҙарға квалификацияһын күтәреү мөмкинлеге лә.

Проектта ҡатнашыусылар өс ай уҡый. Һуңынан дәүләт өлгөһөндәге документ ала. Уҡырға теләүселәр 17 апрелгә тиклем документ тапшырырға тейеш. Унда konkyrsmcx@mail.ru. Электрон адресына конкурс өсөн “Ҡунаҡсыллыҡ һәм агротуризм индустрияһы: бизнес алып барыу буйынса ватан һәм сит ил тәжрибәһе” йәки ”Йәшелсә һәм емештәрҙе әҙерләү, һаҡлау, эшкәртеү” темаларына эссе, презентация йә видеоролик ебәрергә кәрәк.

“Фермер мәктәбе” 2020 йылдан эшләй. Ошо йылдарҙа 285 кеше уҡып сыҡҡан, уңышлы эшләй.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: