Авария Шакша микрорайонынан 3 километр алыҫлыҡта кисә кис булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Иглин районында йәшәүсе 70 йәшлек ир "Лада Нива" руле артында ярамаған урында юл аша үтеп барған 43 йәшлек ҡатынға бәрелгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә йәйәүле ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат була. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү башлана. Ентеклелектәр асыҡлана. Ҡатын - Өфөнән.
Фото: БР ДАИ.