Янғын һүндереүселәр беренсе ҡаттағы бер бүлмәле фатирҙан иҫһеҙ 63 йәшлек ҡатынды сығарып, медиктарға тапшыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар ҡатындың үлемен раҫлай.
10 өлкән кеше һәм 5 бала үҙ аллы йорттан эвакуациялана. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре янғынды һүндергән. Уның сәбәптәрен һәм ваҡиғаның шарттарын Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе тикшерә.
Фото: МЧС РБ.