2002 йылдың ғинуарында хоҡуҡ һаҡлау органдарына Өфө ҡалаһының Сәғит Агиш урамындағы йорттарҙың береһенең подъезында ҡанға батҡан ирҙең табылыуы тураһында хәбәр килә. Килеп еткән ашығыс ярҙам уны дауаханаға алып китеп барған ир йән бирә.
Тәүге тикшереү эштәре һәм оператив-эҙләү саралары ваҡиғаның сәбәптәрен һәм һөжүм итеүселәрҙең шәхесен асыҡларға мөмкинлек бирә, улар федераль эҙләүгә иғлан ителә. Артабан оператив мәғлүмәттәр буйынса, фигуранттарҙың береһе конспирация маҡсатында үҙенең паспорт мәғлүмәттәрен, шул иҫәптән тыуған датаһын һәм урынын үҙгәртә һәм Ингушетия Республикаһында икенсе исем аҫтында йәшәй. 2025 йылдың мартында уның автомобилен Ставрополь крайында юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре туҡтата, документтарҙы тикшергәндән һуң ғәйепләнеүсе ҡулға алына һәм Башҡортостан Республикаһына тикшереү эштәре үткәреү өсөн оҙатыла.
Тәфтиш версияһы буйынса, 2002 йылдың 19 ғинуарында ғәйепләнеүсе танышының урамда ике ир менән низағлашыуы тураһында белеп ҡала һәм уға ярҙам итергә була. Оппоненттары менән осрашып, ғәйепләнеүсе һәм уның танышы уларҙы туҡмай. Һөҙөмтәлә зыян күреүселәрҙең береһе вафат була, икенсеһе йәрәхәтләнә.
Тикшереү комитеты тәфтишселәре һәм криминалистары ғәйепләнеүсе менән тәүге тикшереү эштәрен үткәрә. Суд уға һаҡ аҫтына алыу сараһын һайлай. Эш буйынса дәлилдәр йыйыу дауам итә.
Икенсе фигурантты ла эҙләйҙәр. Уға ҡарата енәйәт эше материалдары айырым производствоға бүленгән.
Фото: https://web.telegram.org/k/#@sledcom02