2025 йылғы яҙғы саҡырылышта буласаҡ хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн бер нисә яңы ҡағиҙә индерелә. Улар араһында альтернатив хеҙмәт үтеү өсөн һөнәрҙәр исемлеген киңәйтеү, электрон саҡырыу ҡағыҙҙарын киң ҡулланыу һәм саҡырылыусыларҙың берҙәм реестрын һынап ҡарау.
Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа бер тауыштан хәрби комиссариаттарҙың ваҡытлыса хеҙмәткә саҡырыу тураһындағы ҡарарҙарының ғәмәлдә булыу ваҡытын бер йылға тиклем оҙайтыу тураһындағы закон проектын хупланы. Инициаторҙарҙың береһе, Дәүләт Думаһының оборона буйынса комитеты рәйесе Андрей Картаполов, яңы тәртип 1 апрелдә башланасаҡ яҙғы саҡырылыш ваҡытында индерелеүе ихтимал, тип билдәләне.
Беренсе уҡыуҙа ҡабул ителгән закон проекты элекке кампаниялар барышында армияға саҡырылмаған граждандарҙы саҡырыуға ҡағыла. Әлеге ваҡытта бындай ҡарарҙар бер саҡырыу кампанияһы сиктәрендә генә (яҙғы йәки көҙгө) ғәмәлдә, ә депутаттар был ваҡытты бер йылға тиклем арттырырға тәҡдим итә.
Тимәк, әгәр яҙ көнө хәрби комиссариат кешене яраҡлы тип тапһа, әммә хеҙмәт итергә ебәрмәһә, киләһе йылдың яҙында, яңы шарттар барлыҡҡа килмәһә, ул кеше автоматик рәүештә армияға китә.
Картаполов ултырышта хәрби комиссариаттарҙың саҡырылышҡа ҡағылышлы бурыстарҙы үтәү өсөн "максималь мөмкин булған граждандар һанын" саҡырырға кәрәклеген аңлата. Шул уҡ ваҡытта саҡырыу комиссияһының күп һанлы ҡарарҙары кире ҡағыла.
- Мәҫәлән, былтырғы яҙғы саҡырылыш кампанияһы йомғаҡтары буйынса Мәскәүҙә 11,6 мең ошондай ҡарар юҡҡа сығарылған. Һәм ошо граждандарҙың барыһы ла көҙгө саҡырылыш осоронда уҡ хәрби комиссариаттарға яңынан килергә, медицина комиссияһын, һайлап алыуҙы һәм саҡырылыш менән бәйле башҡа сараларҙы үтергә мәжбүр була. Былар барыһы ла призывниктарға уңайһыҙлыҡтар тыуҙырыуҙан тыш, призыв комиссияһы ағзаларына өҫтәмә йөкләмә лә өҫтәй, шулай уҡ бюджет аҡсаһын юҡҡа тотоноуға килтерә, - тине депутат.
Документ шулай уҡ бер нисә район йәки округ өсөн берҙәм саҡырыу комиссияһын булдырыуҙы тәҡдим итә. Бындай ҡараш, закон сығарыусылар фекеренсә, процесты ябайлаштыра һәм уны асыҡ һәм һөҙөмтәлерәк итә, йәлеп ителгән вазифалы кешеләрҙең һанын кәметергә һәм саҡырыу сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.
Картаполов, Федерация субъекттарының юғары вазифалы кешеләренә берҙәм саҡырыу пункттарын булдырыу хоҡуғын бирергә тәҡдим итеп, 2024 йылда Мәскәүҙә эшләгән пунктты миҫалға килтерҙе: "Был саҡырылышта ҡатнашҡан вазифалы кешеләр һәм табиптар һанын кәметергә мөмкинлек бирҙе".
Йәғни, закон проекты федераль әһәмиәттәге ҡалаларҙа, шулай уҡ бер нисә муниципаль районда йәки округта берҙәм саҡырыу комиссияһын булдырыуҙы күҙ уңында тота. Бындай комиссияларҙы булдырыу өсөн төп критерийҙар булып транспорт менән барып-ҡайтыу уңайлылығы, биналарҙы йыһазландырыу һәм уларҙың "үткәреү һәләте" тора.
- Беҙ 1 апрелдән, яҙғы саҡырылыш кампанияһы башланғас, был ҡағиҙәләр ғәмәлгә индерелеүен тәҡдим итәбеҙ. Беҙҙең егеттәр уларҙан файҙалана алһын өсөн, ата-әсәләр артыҡ борсолмаһын өсөн, хәрби комиссариаттарҙың законһыҙ ғәмәлдәренә ҡарата ялыуҙар кәмеһен өсөн, һәм беҙҙең тыуған илебеҙҙең буласаҡ һаҡсылары хәрби комиссариаттарға ошо ватанды һаҡлау һәм яратыу теләге, ынтылышы менән килеүенә ышаныс булһын өсөн! - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Картаполов.
Оборона комитеты рәйесе урынбаҫары Алексей Журавлев ("Родина" партияһы) билдәләүенсә, граждандарҙың повестканы үткәреп ебәргән осраҡтары бар - "хәҙер киләһе йылда хеҙмәткә китеү мөмкинлеге буласаҡ":
- Ә әгәр ул быны армиянан ҡасыу өсөн эшләһә, әлбиттә, ҡануниәт үҙе бындай ҡасыусыны эҙләп табырға һәм уны үҙ бурыстарын үтәргә мәжбүр итергә ҡушҡан, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды депутат. - Хәрби комиссариаттар эшмәкәрлегендә тәртип урынлаштырыуҙы дауам итәбеҙ, һәм әгәр элек, саҡырыуҙы ҡалдырып, йәш кеше артабан хеҙмәткә эләгеүҙән ҡурҡмай торһа, хәҙер был мөмкин түгел.
Ҡабул ителгән осраҡта закон проекты 2025 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инәсәк, ә саҡырыу тураһында положение 2024 йылдың 1 октябренән 31 декабренә тиклемге осорҙа хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында ҡарарҙарға ла ҡулланылырға тейеш.
Фото: Андрей Картаполов. © Игорь Самохвалов/ПГ