Бөтә яңылыҡтар
10

Ҡыйыу йөрәкле ҡыҙҙар - заман геройҙары

Ҡатын-ҡыҙҙы көсһөҙ зат тиһәләр ҙә, махсус хәрби операция биләмәһендә булғандары бының киреһен дәлилләй.  

Ҡыйыу йөрәкле ҡыҙҙар - заман геройҙары
Ҡыйыу йөрәкле ҡыҙҙар - заман геройҙары
Рядовой  Айгөл Йосопова – «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының медицина взводында  яралыларҙы йыйыу һәм эвакуациялау  бүлеге санитары. Фельдшер һөнәрен алған белгес РФ Оборона министрлығы менән 2023 йыл­дың авгусында контракт төҙөгән. Ул тәүге медицина ярҙамы күрһәтеп, яралыларҙы һәм ауырыуҙарҙы госпиталгә оҙата.

«Колибри» – ике бала әсәһе. Битарафлыҡ Баймаҡ ҡыҙына  хас түгел. Ул 2019 йылда ковид штабында ирекмән булып, ҡала һәм ауыл кешеләренә  үҙенең автомобилендә  аҙыҡ-түлек ташыған. Районда янғындар ҡоторғанда ут һүндерешергә лә сыҡҡан, ҡотҡарыусыларға ризыҡ, һыу килтереү менән шөғөлләнгән. Әүҙем ирекмән фиҙакәрлеге өсөн Башҡортостан Башлығы ҡулынан иң тәүгеләрҙән булып «Башҡортостан ирекмәне» Почет  билдәһен дә алған.

Илдә махсус хәрби операция иғлан ителгәс, йәмәғәт эшен тағы ла киңерәк дауам иткән: мобилизацияланған граждандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса Миңлеғәле Шайморатов штабында ирекмән булараҡ эшләгән, яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡан һәм һуңынан тәүәккәлләп, үҙе лә хәрби хеҙмәткәрҙәр сафын тулыландырған. Ҡыйыу башҡорт ҡыҙы бында ла һынатмай: «Һәләк булғандарҙы ҡотҡарғаны өсөн», Генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнгән.

Бына шундай ҡыйыу йөрәкле, бер ауырлыҡтан да ҡурҡмаған, үҙенең көслө  характерын эше, бар булмышы  менән раҫлаған батыр ҡыҙҙарыбыҙ бар беҙҙең!

 

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Башҡортостан контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: