Һыу кимәленең тәүлек эсендә максималь күтәрелеүе түбәндә билдәләнә:
Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында Ағиҙел йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +197 см, ағымдағы кимәле 467 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 460 см;
Иглин районының Түбәнге Ләмәз ауылындағы Ләмәз йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +130 см, ағымдағы кимәле 345 см;
Ҡырмыҫҡалы районының Ляхов ауылында Өршәк йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +107 см, ағымдағы кимәле 533 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 540 см;
Саҡмағош районының Яңы Йомран ауылында Сәрмәсән йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +79 см, ағымдағы кимәле 578 см, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы 500 см;
Стәрлетамаҡ районының Отрадовка ауылында Стәрле йылғаһында, тәүлек эсендә һыу кимәле динамикаһы +52 см, ағымдағы кимәле 510 см.
11 муниципаль берәмектә 20 хәл контролдә:
Архангел, Белорет, Благовар һәм Ғафури райондарында - йорт яны участкаларын; Әлшәй, Ауырғазы, Белорет, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Салауат, Шишмә һәм Саҡмағош райондарында - төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙың 12 участкаһын; Ҡырмыҫҡалы һәм Шишмә райондарында 2 күперҙе һыу баҫҡан.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бөгөн төндә Архангел районында Инйәр йылғаһында һыу кимәле күтәрелеү һөҙөмтәһендә Аҙау ауылы һыу аҫтында ҡала. Урында оператив штаб булдырылған һәм эшләй. Бөтәһе 105 кеше эвакуациялана, уларҙың 20-һе - балалар. Ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарына 80 кеше, шул иҫәптән 17 бала ебәрелгән. Йылы аш, психологтар һәм социаль хеҙмәткәрҙәр ярҙамы ойошторола.
Аҙау ауылында 2024 йылда янғын һүндереү-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһы сиктәрендә һатып алынған махсус техника - "Бурлак" машинаһы ҡулланыла.
Килеп тыуған хәл һөҙөмтәһендә Архангел районы территорияһында муниципаль кимәлдәге ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән.
Ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөү буйынса эштәр дауам итә. Бөгөн Ка-32 янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты ярҙамында Инйәр йылғаһының Эҫем йылғаһына ҡойған еренә тиклемге участкаһын, шулай уҡ Эҫем йылғаһының Ағиҙел йылғаһына ҡойған еренән Силәбе өлкәһенең Аша ҡалаһына тиклемге участкаһын урап үткәндәр.
Инйәр йылғаһында йылға үҙәнендә боҙло масса тупланыуы күҙәтелә. Унда боҙ китеүҙе әүҙемләштереү маҡсатында Аҙау ауылынан Тәүәкәс ауылына тиклемге йылға участкаһында шартлау эштәре үткәрелә.
Фото: МЧС РБ.