Ғафури районының Иҫке Тайыш ауылында, яр буйындағы хәүеф янаған йортто һүтә башлауҙары хаҡында хәбәр иткән инек. Әйткәндәй, йортта мөмкинлеге сикләнгән бер ир йәшәгән.
Яр убыла башлағас ауылдаштары өмәләп йортто һүтеп алып ҡалмаҡсы була. Ҡыҙғанысҡа күрә, уның яртыһы яр убылып һыу менән аға.
Хәҙер мөмкинлеге сикләнгән 55 йәшлек Мәүлит Әхтәмов ҡайҙа йәшәр, әлегә билдәһеҙ.