Бөтә яңылыҡтар
10

Ҡәйнәһе уны кешегә һанап, ҡунаҡ иткән...

Ҡәйнә - война, тигән булалар. Ҡайһы бер килендәр ҡәйнәнән яман, аҫтыртын. Һәр хәлдә, Күмертауҙа шундай берәүгә енәйәт эше асылған. 

Ҡәйнәһе уны кешегә һанап, ҡунаҡ иткән...
Ҡәйнәһе уны кешегә һанап, ҡунаҡ иткән...

2024 йылдың апрелендә бер килен, ире менән айырылышып, мөлкәтте бүлешеп ятҡанда, ҡәйнәһенә ҡунаҡҡа килә. Иренең әсәһен яратҡанға түгел, ә яуыз уй менән килеп инә өйҙәренә.

Ундай аҫтыртынлыҡты башына ла индермәгән ҡәйнә кеше ҡатынды яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә. Ә саҡырылмаған ҡунаҡ, хужабикәнең ихласлығынан файҙаланып, ул күрмәгәндә телефонын ала ла, смс-хәбәрҙәрҙе уҡый.

Айырыуса әсә менән улдың үҙ-ара яҙышыуҙары уны ҡыҙыҡһындыра. Бөтә уҡығас, ҡатын бергәләп тупланған мөлкәт тураһында мәғлүмәттәр булған хәбәрҙәрҙе фотоға төшөрә һәм һуңынан уларҙы судҡа дәлил сифатында тәҡдим итә.

Ә хоҡуҡ органдары тота ла, башҡа кешенең телефонына рөхсәтһеҙ ингән өсөн ҡатындың үҙенә ҡарата енәйәт эшен аса (РФ Енәйәт кодексының 138-се статьяһының 1-се өлөшө)!

Мәләүез район-ара тәфтиш бүлеге Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡатынға ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы, тип яҙа БР Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте.

Ғәйепләү һығымтаһы раҫланған енәйәт эше судҡа ҡарау өсөн ебәрелгән. Тиҙҙән ҡатын суд алдына баҫасаҡ.

Фото: https://vk.com/surbskr?from=search

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: