Бөтә яңылыҡтар
10

Яҙғы ташҡындар йыл да үткәндәргә алып ҡайта...

Бөрйән районынан Рәзилә Ғәлина: "...Икенсе көнө дәрескә инеү менән, ҡыҙыу ғына холоҡло класс етәксебеҙ бер сәғәт буйы "Ҡотан ҡыҙҙары киләсәктә бер ҡайҙа ла уҡырға инә алмаҫлыҡ характеристика менән сығасаҡ" икәнебеҙҙе бәйән итте һәм "һәр берегеҙгә "выговор с занесением" тип һүҙен тамамланы. Бар мәктәп уҡыусыларын йыйып, линейка үткәреп, беҙҙе сығарып баҫтырып, беҙгә әйткән һүҙен бар мәктәп уҡыусылары алдында раҫланы класс етәксебеҙ..." 

Яҙғы ташҡындар йыл да үткәндәргә алып ҡайта...
Яҙғы ташҡындар йыл да үткәндәргә алып ҡайта...

Геүләп быйылғы яҙ ҙа килеп етте, үҙемдең йәшәгән ғүмер дәүерендә иң иртә килгән яҙ миҙгеле икән. 18 мартта боҙ китә тигәнгә ышаныуы ла ауыр һымаҡ. Бала саҡтан боҙҙар ағып, һыуҙар ташыуын күреп үҫелгәс, күңелгә яҡын, хәтирәләргә бай бала саҡҡа, йәшлеккә алып ҡайта.

Ҡотан ауылынан уҡыусы балалар көндәр йылынып, боҙ күгәреп йоҡара башлау менән Ырғыҙлыға йә интернатҡа, йә туғандарға сығып, урынлашып бөтә ине. Күрше ауылға оло һыу аша йөрөү мөмкинлеге сикләнә. Инде боҙ китеп, бер аҙ һыу сыйҙымдан таҙарыу менән, балаларҙы моторлы кәмә менән аръяҡҡа сығарып ҡуялар, аҙаҡ ҡаршы алалар. Бер аҙ ваҡыттан һуң паром үҙ эшен башлай. Рәхимов бабайыбыҙ оло күпер эшләткәнгә тиклем тормош шулай дауам иткәндер.

Хәтирәләр, хәтирәләр...
Сираттағы яҙ етте, сығарылыш синыфындабыҙ. Боҙ күгәрә башланы, йөрөү хәүефле булғас, беҙ ҙә интернатҡа килеп урынлаштыҡ. Аҙна тулып килә, ә боҙ һаман китмәй. Беҙҙең дәрестәр бөтөүгә, ауылыбыҙҙың иртәгә армия сафына юллана торған егеттәре көтөп тора:

- Ҡайтығыҙ, һеҙҙең арттан килдек, боҙ бит китәһе түгел ул, - тиҙәр.

Беҙ бер-беребеҙгә ҡарашып торабыҙ. Ҡайтырға теләк ҙурайҙы, күҙҙәребеҙ ҙә янып киткәндер. Егеттәребеҙ ҙә батырая төштө.

- Биллаһи, иртән иртүк кире сығарып ҡуябыҙ, киске уйында һеҙҙе күрәһе килә, ике йыл буйы күрешмәйбеҙ ҙә инде, әйҙәгеҙ инде ҡыҙҙар!

Ҡайтҡы килә шул өйгә лә, тик атайҙарҙан бер аҙ шөрләтә, егеттәр ҙә дөрөҫ әйтә, ике йылдан ғына күрешеү мөмкин буласаҡ. Биш ҡыҙ, бер егет дәррәү генә ҡайтырға булып, юлға сыҡтыҡ. Боҙ аша сыҡҡанда һәр беребеҙгә оҙон таяҡтар тотоп, бер-беребеҙҙең эҙенә генә баҫып килеп сыҡтыҡ. Ҡайтҡас, ата-әсәйебеҙ хупламағандыр. Атайымдың "һы" тип ҡарап ҡуйғаны ла минең өсөн күпте аңлата ине.

Киске уйынға сыҡтыҡ, ауыл клубы күңелле уйындар, бейеүҙәр, шат тауыштар менән гөж килеп тора. Тик кемдеңдер йүгереп килеп инеп "боҙ китә", тиеүе менән бөтәбеҙ ҙә Иҙел буйына сығып йүгерҙек. Боҙҙар ярҙан-ярға бәрелешеп аға, тышта һалҡын ел сыҡҡан. Әллә һыуыҡтан, әллә ярҙың был яғында ҡалып, иртәгә дәрескә бара алмаҫты белеп, бер-беребеҙгә һыйынып баҫып, шым ғына илаша башланыҡ.

Мажаралы ла, бер аҙ шомло ла боҙ китте беҙҙең өсөн. Иртән иртүк сығып китеү планы боҙолдо, ә егеттәрҙе йырлай-йырлай тау башына тиклем менеп оҙатып ҡалыу бәхете эләкте. Ә обедта мотор кәмәһендә бөтәбеҙҙе лә аръяҡҡа сығарып ҡуйҙылар. "Һы", - тип ҡаршы алған атайым оҙатҡанында: "Шунан, боҙҙо оҙатып ҡуйҙыңмы?!" - тигәс, баш аҫҡа һәленеп төштө оялыштан...

"Боҙҙо оҙатып ҡуйыу" беҙгә, нығынып та етмәгән 17 йәшлек үҫмерҙәргә, әсегә төштө. Икенсе көнө дәрескә инеү менән, ҡыҙыу ғына холоҡло класс етәксебеҙ бер сәғәт буйы "Ҡотан ҡыҙҙары киләсәктә бер ҡайҙа ла уҡырға инә алмаҫлыҡ характеристика менән сығасаҡ" икәнебеҙҙе бәйән итте һәм "һәр берегеҙгә "выговор с занесением" тип һүҙен тамамланы. Бар мәктәп уҡыусыларын йыйып, линейка үткәреп, беҙҙе сығарып баҫтырып, беҙгә әйткән һүҙен бар мәктәп уҡыусылары алдында раҫланы класс етәксебеҙ.

Имтихандарҙы һәр беребеҙ ыңғай ғына бирҙек, тик беҙгә тәғәйенләнгән выговор ғына дәрестән ҡайтҡан юлда иҫкә төшкән һайын, илашып ала инек.

Әле лә үҙебеҙгә һоҡланам: 4-се кластан күрше ауылға йөрөп уҡыған биш ҡыҙ, бер егет - бер-беребеҙҙе көтөшөп, бергә барыр инек, бергә ҡайтыр инек...

Ул йылы июнь айы башында һыу мул ине, тәрәнлеген үҙемдә татыным. Имтихандарҙы тапшырып бөтөп, көлөшә-көлөшә йүгерешеп паромға килеп мендек. Фәнисебеҙ йылмайып беҙгә ҡарай:
- Йә ҡыҙҙар, һеҙ әҙерме һыуға һикерергә. Әйткән һүҙ - атҡан уҡ. Имтихандар бөтөү менән һикерергә һөйләштек түгелме?!

Беҙ сыр-сыу килешеп, "һин алдан да, һин давай", тип бер беребеҙҙе дәртләндерә бирәбеҙ. Ә егет кеше беҙ уйлағансы, бишебеҙҙе сырылдатып һелтәп тә бөттө. Һыу аҫтынан оҙаҡ күтәрелдем, һыу йоттом күп кенә, асыҡ ауыҙ менән барып төшкәнмендер инде ҡысҡырып. Оҙаҡ аҡтым, класташым Дилара менән икебеҙ Сусҡаморон ҡаяһы янынан барып сыҡтыҡ.

Ә аттестаттар алғанда, характеристикала БИК шәп уҡыусылар тиелгән ине, боҙ киткәнен ҡарап, уны "оҙатып" килеүебеҙ тураһында ләм-мин. Йылдар арауығында таралышып, биш ҡыҙ төрлө ерҙә йәшәһәк тә, осрашҡанда һүҙҙәр бөтмәй, иң яҡын кешеләрбеҙ бер-беребеҙгә.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: