Кисә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегенең дежур часына Академик Королев урамындағы йорттоң бүлмәһендә янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Ваҡиға урынына тиҙ арала тәфтиш-оператив төркөм китә. Ваҡиға урынына килеп еткәс, янғынға сәбәпсе тип һаналған кеше - Октябрьский ҡалаһынан 44 йәшлек ир - ҡулға алына һәм полиция бүлегенә килтерелә.
- Зыян күреүсенең һүҙҙәренсә, уның бүлмәһен күршеһе яндырған. Ҡурҡҡан ҡыҙ, үҙ ғүмере өсөн ҡурҡып, тәҙрә кәрнизенә менә һәм ҡотҡарыусылар килгәнгә тиклем шунда ултыра. Инцидент һөҙөмтәһендә ут зыян күреүсенең бүлмәһен генә түгел, ә күршеләрҙең бүлмәләре урынлашҡан дөйөм секцияны ла ялмап ала. Зыян күреүсегә тәүге медицина ярҙамы күрһәтелә. Медицина экспертизаһы һөҙөмтәләре буйынса уның тәне бешкән. Әлеге ваҡытта тәртип һаҡсылары ҡулға алынған кешенән һорау алыу процедураһын үткәрә, уның йомғаҡтары буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк, - тип яҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегенең киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш буйынса бүлексәһе хәбәрсеһе Аделина Кашапова.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.