Бөтә яңылыҡтар
10

Водитель шыр иҫерек булған!

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре мәктәп автобусы водителен иҫерек килеш тотҡан!

Водитель шыр иҫерек булған!
Водитель шыр иҫерек булған!

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу, уҡыусыларҙың ғүмере һәм һаулығына етди хәүеф тыуҙырыу Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ваҡытында туҡтатыла.

Кисә, 18 мартта, иртәнге сәғәт һигеҙҙә республиканың Күгәрсен районы дәүләт автоинспекцияһының юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Теләүембәт ауылында "Балалар" билдәләре менән ПАЗ автобусын туҡтата. Водитель менән аралашҡанда ДАИ инспекторҙары иҫереклек билдәләрен асыҡлай. Артабан, тикшереү ваҡытында, полиция хеҙмәткәрҙәренең шиге раҫлана - прибор 0,823 мг/л күрһәтә. 60 йәшлек мәктәп автобусы водителе идара итеүҙән ситләтелә, транспорт сараһы менән иҫерек килеш идара итеү өсөн административ хоҡуҡ боҙоу тураһында материал төҙөлә.

Автобус салонында Теләүембәт, Аҙнағол ауылдары һәм Черниговский утарынан 5-7 класс уҡыусылары була, улар мәктәпкә китеп барған.

Мәғлүм булыуынса, мәктәп автобусы водителе был вазифала ярты йыл ғына эшләй. Уға автобус менән идара итергә рөхсәт биреү өсөн яуаплы вазифалы һәм юридик шәхестәргә ҡарата Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.32 статьяһы буйынса административ производстволар ҡуҙғатылған.

Фото: https://web.telegram.org/k/#@V_Sevastyanov

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: