Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Март 2025, 05:03

Ташҡын буйынса хәлде Радий Хәбиров контролдә тота

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Архангел районында һыу баҫыу менән бәйле ғәҙәттән тыш хәлдең айырым контролдә тотолоуын билдәләне.

Ташҡын буйынса хәлде Радий Хәбиров контролдә тотаТашҡын буйынса хәлде Радий Хәбиров контролдә тота
Ташҡын буйынса хәлде Радий Хәбиров контролдә тота

- Был һәм башҡа ҙур һыу менән бәйле хәлдәрҙе беҙ махсус контролдә тотабыҙ. Архангел районынан тыш, Белорет, Благовар, Ғафури райондарында йорт яны участкалары, 12 юл участкаһы һәм ике күпер һыу аҫтында ҡалған. Әгәр һеҙ һыу баҫыу зонаһына эләкһәгеҙ, 112-гә шылтыратығыҙ, - тип яҙҙы республика етәксеһе социаль селтәрҙә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Аҙау ауылында ярҙарынан сыҡҡан Инйәр йылғаһы ихаталарҙы, торлаҡ йорттарҙы һыу баҫҡан. Урында оператив штаб эшләй.

Ҡотҡарыусылар 103 кешене эвакуациялай, уларҙың 80-ен, шул иҫәптән 17 баланы, ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарына алып китәләр. Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, кешеләр йылы аш һәм бөтә кәрәкле нәмәләр менән тәьмин ителгән. Ауыл халҡы менән психологтар һәм социаль хеҙмәткәрҙәр эшләй. Эвакуация дауам итә.

Фото: https://vk.com/wall413272232_1398143

Ташҡын буйынса хәлде Радий Хәбиров контролдә тота
Ташҡын буйынса хәлде Радий Хәбиров контролдә тота
Ташҡын буйынса хәлде Радий Хәбиров контролдә тота
Ташҡын буйынса хәлде Радий Хәбиров контролдә тота
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас