Бөтә яңылыҡтар
10

Студент отрядтарын ойоштороуға ҙур иғтибар бүленәсәк

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Студент отрядтарын үҫтереү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара координация советының тәүге ултырышын үткәрҙе. 

Студент отрядтарын ойоштороуға ҙур иғтибар бүленәсәк
Студент отрядтарын ойоштороуға ҙур иғтибар бүленәсәк

Республика етәксеһе ултырыш тураһында социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһенә яҙған.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, беҙҙә студент отрядтары 10 йыл элек тергеҙелгән. Шунан алып, хәрәкәттә ҡатнашыусылар һаны 213 кешенән 5 987-гәсә артҡан. Үҙенең тәүге эшен 27 меңдән ашыу студент алған.

"Был - яҡшы күрһәткес. Хәҙер бурысыбыҙ - системалы эште көйләү, вуздарҙың, предприятиеларҙың, министрлыҡтарҙың, ведомстволарҙың көсөн берләштереү. Быйыл предприятиелар студенттарға алты меңдән ашыу вакансия тәҡдим итергә әҙер. Тик уларҙың барыһы ла йәштәргә бармай. Беҙ әле алты йүнәлеш - төҙөлөштән алып медицинаға тиклем - буйынса 43 хеҙмәт проекты ойошторған 45 предприятиены билдәләнек. Студенттарға 1600-ҙән ашыу эш урыны була", тип яҙған Радий Фәрит улы.

Быйыл вуздар базаһында - 54, коллеждарҙа 18 яңы студотряд төҙөләсәк. Мәктәп балалары ла йәлеп ителәсәк - эшкә өйрәнеп үҫһендәр.

Фото: Радий Хабиров

Студент отрядтарын ойоштороуға ҙур иғтибар бүленәсәк
Студент отрядтарын ойоштороуға ҙур иғтибар бүленәсәк
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: