Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Март 2025, 03:35

SOS! Төнө буйы эвакуация!

Төндә кешеләр йорттарын ташлап ҡасырға мәжбүр булған! 

SOS! Төнө буйы эвакуация!SOS! Төнө буйы эвакуация!
SOS! Төнө буйы эвакуация!

Инйәр йылғаһында һыу кимәле күтәрелеү һөҙөмтәһендә Архангел районы Аҙау ауылы тотошлай һыу аҫтында ҡалған! Унда Ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән.

Ололар әйтеүенсә, йылғала бындай һыу кимәле беренсе тапҡыр күтәрелгән. Урында оператив штаб булдырылған. Халыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан һәм район хакимиәтенән 90 кеше һәм 39 берәмек техника йәлеп ителгән. Урында эштәрҙе БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эдуард Иҙрисов һәм Архангел районы башлығы Айрат Сәйетғәлин көйләй. Йөҙөү саралары ярҙамында халыҡты эвакуациялау үткәрелә. Ваҡытлыса урынлаштырыу пункты булдырылған. Ҡотҡарыу эштәре дауам итә. Ауылға өҫтәмә ярҙам саралары ебәрелгән.

7:30 сәғ. 103 кеше эвакуациялана, уларҙың 20-һе - балалар, ваҡытлыса йәшәү пунктында 80 кеше һәм 17 бала урынлаштырыла. Халыҡ бөтә кәрәкле әйберҙәр, шул иҫәптән йылы аш менән тәьмин ителгән. Дрондар ярҙамында яҡынса 300 метрҙа тығындар тупланыуы асыҡлана. Шартлау эштәрен үткәреү мөмкинлеге тураһында мәсьәлә хәл ителә. Ҡыҙыу линия телефоны: 8 (347) 248-12-84.

Фото: МЧС РБ, Госкомитет РБ по ЧС.

 

SOS! Төнө буйы эвакуация!
SOS! Төнө буйы эвакуация!
SOS! Төнө буйы эвакуация!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас