Бөтә яңылыҡтар
10

Үлеменә ашыҡҡан...

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Туймазы районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай.

Үлеменә ашыҡҡан...
Үлеменә ашыҡҡан...

Юл-транспорт ваҡиғаһы бөгөн көндөҙгө сәғәт дүрт тирәһендә М-5 "Урал" автомобиль юлының 1332 км-ында була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 60 йәшлек водитель "Киа Рио" автомобилендә Өфө яғынан Һамар йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә юлдың ҡаршы һыҙатына сыға һәм ҡаршы килеүсе "Ман"  йөк машинаһы менән бәрелешә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат була, уның 37 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатыла. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре транспорт сараларының бөтә төрҙәре өсөн реверсив хәрәкәт ойошторған. Юл-транспорт ваҡиғаһының нескәлектәре асыҡлана.

Фото: https://web.telegram.org/k/#@mvd_rb

Үлеменә ашыҡҡан...
Үлеменә ашыҡҡан...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: