Бөтә яңылыҡтар
10

Башҡа ауылдарға ла хәүеф янай!

Ашығыс хәбәр! Эҫем йылғаһы буйындағы тораҡ пункттарҙы һыу баҫыуы, күперҙәрҙең һәм юлдарҙың йыуылыуы ихтимал.

Башҡа ауылдарға ла хәүеф янай!
Башҡа ауылдарға ла хәүеф янай!

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың тау райондарында ямғырҙар яуыуы һәм 20 марттан алып Инйәр, Ләмәҙ һәм Эҫем йылғаларының үрге ағымында һыу кимәленең ҡапыл күтәрелеүе сәбәпле, Эҫем йылғаһының урта һәм түбәнге ағымында боҙ ҡатламы барлыҡҡа килеүе, һыу кимәленең ҡапыл күтәрелеүе, йылғаның һыубаҫар туғайға сығыуы һәм тораҡ пункттарҙы һыу баҫыуы, күперҙәрҙең һәм юлдарҙың йыуылыуы ихтимал. Ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағында 112 номерына шылтыратырға!

Инйәр йылғаһында һыу кимәле күтәрелеү һөҙөмтәһендә Архангел районының Тәүәкәс ауылында 60-тан ашыу йорт яны биләмәһе һыу аҫтында ҡалған. 3 йортта йәшәүсе 7 кеше, шул иҫәптән 4 бала эвакуациялана. Ҡалған йорттарҙа йәшәүселәр эвакуациянан баш тарта. Кәрәк булғанда ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары әҙер тора.

Урында Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса федераль хеҙмәттең юл-транспорт идаралығы көстәре һәм саралары бар.

Ваҡытлыса гидропостар ҡуйылған, һыу кимәле даими күҙәтелә.

Баш идаралыҡта тәүлек әйләнәһенә оператив штаб эшләй.

Ташҡын хәленең үҫеше фаразына ярашлы, Архангел районының тағы 4 тораҡ пунктын һыу баҫыуы ихтимал: Айытмәмбәт, Оҙонларово, Баҫыутамаҡ, Ғәйфулла ауылдарын.

Архангел районының Аҙау ауылы районында һыу кимәленең түбәнәйеүе күҙәтелә, унда 127 кеше эвакуацияланған. Халыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса эштәр дауам итә, халыҡ бөтә кәрәкле әйберҙәр, шул иҫәптән йылы аҙыҡ менән тәьмин ителгән.

Фото: https://web.telegram.org/k/#@goskomitet_rb_po_chs

Башҡа ауылдарға ла хәүеф янай!
Башҡа ауылдарға ла хәүеф янай!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: