Бөтә яңылыҡтар
10

Иҫке Тайышта яр буйында ултырған йорттарҙы һүтәләр

Кисә генәҒафури районының Иҫке Тайыш ауылының халҡы йылға буйында урынлашҡан йорттарға хәүеф янай, тип хәбәр иткән инеләр.

Иҫке Тайышта яр буйында ултырған йорттарҙы һүтәләр
Иҫке Тайышта яр буйында ултырған йорттарҙы һүтәләр

Яҙғы ташҡын үҙенекен итте. Бөгөн бында яр буйҙары ҡот осҡос итеп убыла башлаған. Урындағы халыҡ ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй, йорттарҙы һүтеп булһа ла ҡотҡарып ҡалырға тырыша.

– Ауыл ирҙәре йыйылып тәүге йортто һүттек. Яр күҙгә күренеп убыла. Әйткәндәй, был йорттоң хужаһы 55 йәшлек, мөмкинлеге сикләнгән Мәүлит Әхтәмов, – ти ошо ауылда йәшәүселәр.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: