Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Март 2025, 04:45

Эй, Алла, тиҙерәк туҡтаһын һуғыш!

Владимир Путин менән Дональд Трамптың һөйләшеүенең йөкмәткеһе билдәле булды: улар Украиналағы конфликтты һәм мөнәсәбәттәрҙе көйләү мәсьәләләрен тикшергән!

Эй, Алла, тиҙерәк туҡтаһын һуғыш!Эй, Алла, тиҙерәк туҡтаһын һуғыш!
Эй, Алла, тиҙерәк туҡтаһын һуғыш!

Ике президенттың 18 мартта телефон аша һөйләшеүе ике сәғәттән ашыу дауам итә.

Путин менән Трамп Украина буйынса ентекле һөйләшеүҙе дауам итте, тип хәбәр иттеләр Кремлдә.

Төп фекерҙәр:

Рәсәй Федерацияһы һәм АҠШ президенттары донъяла тотороҡлолоҡ өсөн дөйөм яуаплылыҡ күҙлегенән сығып, ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе нормалләштереү яҡлы.

РФ һәм АҠШ президенттары Украина конфликтын көйләү буйынса тырышлыҡтарын дауам итергә ниәтләүҙәрен раҫланы.

Путин Трампҡа Украина мәсьәләһен хәл итеү юлдарын бергәләп хәл итергә әҙер булыуын белдерә.

Путин Украиналағы конфликтты хәл итеү өсөн төп шарт тип Киевҡа хәрби ярҙамды тулыһынса туҡтатыуҙы атаны: "Конфликтты эскалациялауға юл ҡуймау һәм уны сәйәси-дипломатик юл менән хәл итеү йүнәлешендә эшләү өсөн төп шарт булып Киевҡа сит ил хәрби ярҙамын һәм разведка мәғлүмәттәрен биреүҙе тулыһынса туҡтатыу торорға тейеш".

Рәсәй Курск өлкәһендә ҡамалған украин һалдаттарының әсирлеккә бирелеү осрағында ғүмере өсөн гарантия бирә.

Рәсәй һәм Украина 19 мартта "175-кә 175" формулаһы буйынса әсирҙәрҙе алмаштырасаҡ.

Мәскәү, изге теләк белдереү сифатында, Киевҡа Рәсәйҙә дауаланыусы ВСУ-ның 23 ауыр яралы һалдатын тапшырасаҡ.

Путин Трамптың Рәсәй һәм Украинаның энергетика инфраструктураһына һөжүм итеүҙән 30 көнгә баш тартыуы тураһындағы идеяһын хуплай һәм хәрбиҙәргә шундай команда бирә.

Путин менән Трамп Ҡара диңгеҙҙә суднолар йөрөү хәүефһеҙлегенә ҡағылышлы инициатива буйынса һөйләшеүҙәр башларға һүҙ ҡуйышты.

Мәскәү һәм Вашингтон Украина кризисын яйға һалыу өҫтөндә эшләү өсөн эксперт төркөмдәре булдырырға килеште.

Путин менән Трамп телефон аша һөйләшеүҙә күтәрелгән бөтә мәсьәләләр буйынса бәйләнештә ҡалырға килешәләр.

Был турала Рәсәй мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә.

Фото: https://ria.ru/20250318/razgovor-2005807349.html

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас