Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Март 2025, 06:15

Дүрт машинаны "еббәргән"!

Октябрьский ҡалаһында "Лексус"тың текә иҫерек водителе светофорҙа дүрт автомобилде бәргән. 

Дүрт машинаны "еббәргән"!Дүрт машинаны "еббәргән"!
Дүрт машинаны "еббәргән"!

Тәүҙә ул светофорҙа туҡтаған "Гранта"ға бәрелгән, шунан киткән "эстафета": "Гранта" - "Приора"ға, "Приора" - икенсе "Гранта"ға. Ә "Лексус" ҡаршы килгән "Фольксваген"ды ла шатырлатҡан. Авария һөҙөмтәһендә "Фольксваген"дың пассажиры, 11 йәшлек ҡыҙ бала, йәрәхәтләнгән.

"Лексус"тың 45 йәшлек водителен тикшереү уның иҫерек булыуын раҫлай (0,705 мг/л).

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү алып бара.

Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһы. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас