Автомобиль юлдарының түбәндәге участкаларында транспорт сараларының бөтә төрҙәре өсөн ваҡытлыса хәрәкәт сикләү индерелде:
20 мартҡа тиклем:
Ауырғазы районы: Урал-Мораҙым автомобиль юлының 8-се км участкаһында - Түрһәгәҙе йылғаһы аша күпер ябыҡ. Урау юл - Талбазы-Семенкин автомобиль юлы аша;
Белорет районы: Инйәр-Ноҡат-Айыс автомобиль юлының 28-30 км участкаһында. Урау юлдар юҡ;
Белорет районы: Үрге Әүжән-Исмаҡай автомобиль юлы участкаһында Оло Йылға-Ишле-Туҡан-Егәҙе станцияһы 4-25 км. Урау юлдар юҡ;
Күгәрсен районы: Иҫке Собханғол-Мораҡ автомобиль юлының 64-98 км участкаһында. Урау юл - Мораҡ-Иҫәнғол-Йылайыр-Баймаҡ-Кананикольский юлы аша;
Ҡырмыҫҡалы районы: Ҡырмыҫҡалы-Атйетәр-Дәүләкән-Талбазы автомобиль юлында Өршәк йылғаһы аша күпер. Урау юл - Өфө-Ырымбур юлы аша;
21 мартҡа тиклем:
Ғафури районы: Яңғыҙҡайын-Мораҡ-Йөрәктау-"Шихан" ял йорто юлы. Цапаловка-Яңғыҙҡайын-Алатана автомобиль юлы аша урау юл;
Иглин районы: Иглин ауылының көньяҡ урау юлы участкаһында 4 км. Урау юл - Өфө-Иглин-Ҡыҙылъяр автомобиль юлы;
Стәрлетамаҡ районы: Яңы Барятин ауылына Ҡуғанаҡ йылғаһы аша күпер. Урау юл - Өфө-Ырымбур автомобиль юлы;
1 апрелгә тиклем:
Бишбүләк районы: Набережный ауылына инеү юлы. Урау юл - Айыт-Боголюбовка автомобиль юлы.
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һыу баҫыу зоналарында тәүлек әйләнәһенә хеҙмәттә тора. Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта һеҙ Юл-патруль хеҙмәтенең дежур часына 235-84-02, 233-27-31 телефондары буйынса шылтырата алаһығыҙ.
Фото: https://web.telegram.org/k/#@V_Sevastyanov