Бөтә яңылыҡтар
10

Ағайҙарҙы кем һуң яратмаһын!

Бер йәшлек Әмир ағаһын шул тиклем ярата! Хәйер, Абдулла ла ҡустылары өсөн өҙөлөп тора!

Ағайҙарҙы кем һуң яратмаһын!
Ағайҙарҙы кем һуң яратмаһын!

Ағайҙарға кем һуң арҡаланмаҫ,
Ағайым бар тигән бер уйҙан -
Арҡаларың һинең төҙәйә лә,
Тар тойола хатта ҙур майҙан!
Ағайҙарға ихтирам да башҡа,
Һынап баға уның күҙҙәре.
Ғәмәлдәре уның тик ағайса,
Йөрәгендә ғәзиз һүҙҙәре (Айгөл Ғәбитова-Шәрипова).

Видео: Нәркәс Мозафарова.

Икенсе видео буйынса Бөрйән районы Яңы Усман ауылынан Рузалиә Ҡаһарманова яҙа:

- Яҙҙың тәүге байрамы - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арнап, кескәйҙәр әсәйҙәргә концерт ҡуйҙы. Сара сағыу, яҙ ҡояшы кеүек йылы, балҡып үтте.
Балаларҙың һәр сығышы үҙенсәлекле, эскерһеҙ булды!

Сәхнә үҙе бер донъя. Дәрт, рухи байлыҡ өләшкән урын. Беҙҙең балалар баҡсаһының мәҙәниәт йортона күрше генә булыуы күпкә отошло. Һәр сараны сәхнәлә, мәҙәниәт йортонда үткәрәбеҙ. 
Был беҙҙең педагогтар өсөн,күпкә отошло,

Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, директор Мәзитов Шәфҡәт ағайҙары киң ҡоласын йәйеп ҡаршы алалар һәм музыка аппаратуралары ла көйлө була.
Беҙҙең Яңы Усман ауылының ата-әсәләре активтар, ихластар, һәр сараға теләп киләләр, бергә үткәрешәләр. Шулай ергә-бергә, татыу йәшәп ятабыҙ!

Видео: Айһылыу Мәзитова.

Ағайҙарҙы кем һуң яратмаһын!
Ағайҙарҙы кем һуң яратмаһын!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: