"Башинформ" агентлығы хәбәр итеүенсә, 33 йәшлек ҡатын 7 йәшлек ҡыҙын, 5 йәшлек игеҙәк ҡыҙҙарын һәм 3 йәшлек игеҙәк улдарын 33 йәшлек граждан ире ҡарамағында ҡалдырып, урындағы барға эшкә киткән. Төндә, бөтәһе лә йоҡлаған саҡта, розетканан башланған ут әйберҙәргә, түшәмгә тоҡана, фатир әсе төтөнгә тула. Ҙур йәйелмә диванда йоҡлап ятҡан балалар ҙа, уларҙың үгәй атаһы ла уянмай. Төтөнгә уянған күршеләре фатирға нисектер инеп, янғынды үҙ аллы һүндерә.
Фатирҙы ҡатын әсәлек капиталы аҡсаһына һатып алған. Уның тағы өс балаһы бар, улар Өфөлә аталары менән йәшәй. Әсә һәм уның биш балаһы опека ҡарамағында булған.
Дәүләкән районының Вперед ауылында биш бала һәм ирҙең һәләк булыуы факты буйынса Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты тәфтишселәре "Ике һәм унан да күберәк кешегә һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлем килтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғата. Ваҡиға урынында Тәфтиш комитетының Әлшәй район-ара тәфтиш бүлеге етәксеһе һәм тәфтишселәре, Эске эштәр министрлығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре эшләй. Ваҡиға урынын тикшереү үткәрелә, суд экспертизаһы тәғәйенләнә, шаһиттарҙан һорау алына, янғын сәбәптәре асыҡлана. Енәйәт эшен тикшереү республиканың тәфтиш идаралығы аппаратында контролгә ҡуйылған.
Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм ғәҙәттән тыш хеҙмәттәр эшмәкәрлеген координациялау өсөн ваҡиға урынына Дәүләкән районы прокуроры Тимур Ҡәйүмов барған. Тикшереү барышында бәлиғ булмағандар тураһында ҡануниәтте үтәүгә һәм янғын хәүефһеҙлеге талаптарын тәьмин итеүгә баһа биреләсәк.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, янғын сәбәптәрен асыҡлау өсөн Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов рәйеслегендә Дәүләкән районының Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияһының сираттан тыш ултырышы үтте. Өҫтәмә янғын хәүефһеҙлеге сараларын ҡабул итеү һәм халыҡ менән иҫкәртеү эшен көсәйтеү, шулай уҡ ҡатынға һәләк булғандарҙы ерләүҙе ойоштороуҙа ярҙам итеү буйынса күрһәтмәләр бирелә.
Фото: МЧС РБ, БР Тәфтиш комитеты.