Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Март 2025, 10:05

"Уҡыу йорттарына ярҙам өсөн рәхмәт!"

Фән буйынса дәүләт комитеты башлығы Башҡортостан Башлығына юғары уҡыу йорттарына ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

"Уҡыу йорттарына ярҙам өсөн рәхмәт!""Уҡыу йорттарына ярҙам өсөн рәхмәт!"
"Уҡыу йорттарына ярҙам өсөн рәхмәт!"

Республикала яңыраҡ ойошторолған фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Светлана Мостафина Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа төбәк вуздарының "Приоритет 2030" федераль программаһында үҙ проекттарын яҡлауҙа булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Республика университеттары һәм ғилми ойошмалары төбәк үҫешендә ҙур роль уйнай. Был кадрҙар ғына түгел - был алдынғы фәнни технологиялар. Университет командалары, ректорҙар республика Башлығы Радий Хәбировҡа Мәскәүҙәге юғары уҡыу йорттары проекттарын яҡлауҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерә. Рәхмәт һеҙгә, Радий Фәрит улы, - тине ул республика вуздары командаһы исеменән хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас