Уны Өфө оҫтаһы Фәнүз Сәлимгәрәев эшләгән, ә талисманды фронтҡа Башҡортостандың Халыҡ фронты активистары алып барған.
- Шәхси состав тулыланды, -тип хәбәр итә ойошма социаль селтәрҙә. - "Чебурашка" ҡушаматлы яңы "яугирҙың" төп бурысы - яугирҙарыбыҙ өсөн бәхетте, уңышты йәлеп итеү. Бер һүҙ менән әйткәндә, ысын талисман булыу!
Фәнүз Сәлимгәрәев МХО-ның тәүге көндәренән үк һалдаттар ихтыяжы өсөн төрлө тимер әйберҙәр, шул иҫәптән мейестәр ҙә эшләй. Бынан тыш, Фәнүз Сәлимгәрәев гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштора, дуҫтары менән берлектә фронт һыҙығына һалдаттарға кәрәкле кәрәк-яраҡты оҙата.
Фото: Башҡортостандың Халыҡ фронты.