Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Март 2025, 10:15

Ковид һаман да "тере"

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы менән сирләү элекке кимәлдә ҡала.

Ковид һаман да "тере"Ковид һаман да "тере"
Ковид һаман да "тере"

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итеүенсә, уҙған тәүлектә ковид менән сирләүҙең 34 осрағы асыҡланған.

Төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта стационарҙа - 71, амбулатор рәүештә 427 пациент дауалана. Буш койка фонды 32 проценттан ашыу тәшкил итә, инфекциялыларҙы ҡабул итеүгә 115 койка әҙер.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас