Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Март 2025, 07:30

Берҙәмлектәре һоҡландыра!

Яңауыл ирекмәндәре хәрбиҙәр өсөн ике күсмә мунса алып барған!

Берҙәмлектәре һоҡландыра!Берҙәмлектәре һоҡландыра!
Берҙәмлектәре һоҡландыра!

Яңауылдан МХО зонаһына сираттағы гуманитар конвой ебәрелгән. Был юлы гуманитар ярҙам составына ике күсмә мунса, төҙөлөш материалдары, бензобысҡылар, маскировка селтәрҙәре һәм башҡа күп нәмәләр ингән. Йөктө тәжрибәле ирекмәндәр Радик Ғөбәйев, Илшат Чанышев һәм Ленар Сәхрәтов алып барған.

Гумконвойҙы формалаштырыуҙа Радим Нуров, Рамзес Ғарифуллин, "РЕСО-Мед" страховкалау медицина компанияһының Өфө филиалы, Филюс Абдуллин, Азамат Сәхрәтов, Йәштәр һарайы хеҙмәткәрҙәре, "Геройҙар өсөн тегеү. Яңауыл" һәм "Хәрби туғанлыҡ" ойошмалары һәм битараф булмаған халыҡ ҡатнашҡан.

- Был ярҙам беҙҙең яугирҙарға хәрби бурыстарын уңышлы үтәргә ярҙам итер, тип ышанабыҙ, - тиҙәр яңауылдар.

Бынан тыш Яңауыл районының Рабак, Атлегач, Сусады-Эбалак һәм Строй Орье ауылдарында МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн дүрт хәйриә концерты үткәрелгән. Уларҙы үткәреү инициаторы булып Яңауыл районының "Эрвел Марий" ойошмаһы активистары (рәйесе - Александр Ғайсин) сығыш яһай. Концерттар Ватанды һаҡлаусылар йылына, Рәсәйҙәге Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Башҡортостан Республикаһында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналған.

Фото: https://yanzori.com/articles/care/2025-03-06/v-yanaulskom-rayone-proshli-blagotvoritelnye-kontserty-v-podderzhku-svo-4146944

Берҙәмлектәре һоҡландыра!
Берҙәмлектәре һоҡландыра!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас