Бөтә яңылыҡтар
10

Ни өсөн ике күҙ ике төрлө төҫтә була?

   Күҙ – күңел көҙгөһө. Күҙгә ҡарап, кешенең күңел торошон, характерын, психологияһын төҫмөрләргә була.  Хатта  төҫөнә ҡарап та эйәһенең холоҡ-һыҙаттарын билдәләйҙәр.

Ни өсөн ике күҙ ике төрлө төҫтә була?
Ни өсөн ике күҙ ике төрлө төҫтә була?

  Мәҫәлән,  ҡуйы ҡара төҫтәге күҙле кешеләр – ҡыйыу, тынғыһыҙ, лидерлыҡҡа ынтылыусан тип һанала,  асыҡ зәңгәр күҙлеләр – романтик рухлы, хискә бай, ҡуйы йәшел төҫ – хәйләкәрлекте, кешеләр менән тиҙ уртаҡ тел таба белеүҙе аңлата,  һоро – хыялға бай, яңғыҙлыҡты яратыусы, көрән  көслө рухлы, үҙ һүҙле кешеләргә хас. 

Әммә бер үк кешенең ике күҙе ике төрлө лә булыуы ихтимал.  Был бик һирәк осрай торған  күренеш. Ер шарындағы халыҡтың 1 процентында ғына күҙәтелә. Әйткәндәй, ул күберәк ҡатын-ҡыҙҙа була. Медицинала уны гетерохромия тип йөрөтәләр. Был иһә бер күҙҙә меланин тигән таптың икенсеһенә ҡарағанда күберәк булыуы менән аңлатыла.   Тап ошо матдә күҙгә төҫ бирә лә инде.  Әгәр ҙә бер күҙ икенсеһенә ҡарағанда асығыраҡ икән, тимәк, унда меланин әҙерәк. 

”Гетерохромия” грек теленән тәржемә иткәндә ике һүҙҙе аңлата:  “икенсе” һәм “төҫ”. Күҙҙең төҫтәре бер-береһенән тулыһынса йәиһә өлөшләтә айырылыуы мөмкин. Төҫө тулыһынса айырылғанда иң   йыш осрағаны: бер күҙ мотлаҡ  зәңгәр була, ә икенсеһе теләһә ниндәй башҡа төҫтә. Күҙҙәрҙең төҫтәренең бер-береһенән өлөшләтә айырылыуы тағы ла һирәгерәк осрай. Бер миллиондан ашыу кешегә дүрт кеше булыуы мөмкин. Тағы ла үҙәк гетерохромия була: күҙ ҡараһы  тирәһе бер төҫтә, ә күҙ алмаһының тамырлы ҡатламы – икенсе төҫтә.

        Нилектән шулай була һуң? Ғәҙәттә, ул кешелә тыумыштан була һәм нәҫелдән-нәҫелгә күсә килә. Әйткәндәй, нәҫелдән күскәндә бала тыуғас та беленмәй әле ул, тик бер айҙан һуң ғына  күҙҙәрҙең ике төҫлө булыуы асыҡлана.  Шулай уҡ  тыуғанда барыһы ла  һәйбәт булып, йәшәү дәүерендә лә күҙҙәрҙең ике төҫлөгә әүерелеүе ихтимал.   Был осраҡта мотлаҡ табипҡа күренергә кәрәк. Сөнки  ниндәйҙер ауырыуҙың эҙемтәһе булыуы мөмкин.  Беренсенән, меланин табының әҙерәк йә күберәк булыуы   глаукома, киҙеү, ревматизм йәиһә туберкулез кеүек сирҙәрҙән һуң  күҙ алмаһының тамырлы ҡатламының алғы өлөшө ялҡыныһыныуы, шулай уҡ кеше организмында ниндәйҙер шеш булыуы хаҡында һөйләүе бар.  Бынан тыш, организмдың теге йәки был дарыуға йәки медикаментҡа реакцияһы булараҡ та, кешенең күҙҙәренең төҫө үҙгәрә. Гетерохромияның тағы бер сәбәбе – күҙ йәрәхәтләнгән мәлдә  тимер йәиһә баҡыр киҫәген ваҡытында  тартып алмау.  Был осраҡта ла күҙ алмаһының тамырлы ҡатламының алғы өлөшө үҙенең төҫөн үҙгәртеүе бар.  Ул йәшкелт-зәңгәр йә һарғылт-һоро төҫкә инә.   

   Гетерохромия тыумыштан булмаған осраҡта, күҙ алмаһының  тамырлы ҡатламының төҫө яңынан үҙ хәленә ҡайтырға һәләтле.  Мәҫәлән, күҙ йәрәхәтләнгән ваҡытта эләккән сит матдәне алғас, йә булмаһа  сирен дауалағандан һуң. 

 Ҡайһы берәүҙәр, күҙҙең төрлө төҫтә булыуының сәләмәтлеккә һәм күреү һәләтенә йоғонто яһай, тип уйлай. Әммә был төптө хата фекер. Ысынында, бындай феноменға эйә кешеләр  бер ниндәй ҙә уңайһыҙлыҡ кисермәй: күҙҙәре лә һәйбәт күрә, сәләмәтлектәре лә яҡшы.

  Бик һирәк кенә ялҡынһыныу барлыҡҡа килеүе мөмкин.  Шуға күрә ваҡыты-ваҡыты менән офтальмологҡа күренеп тороу зыян итмәҫ.   

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: