Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Март 2025, 15:46

Республиканың өс алдынғы вузы «Приоритет – 2030» проектында ҡатнаша

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров "Бәйләнештә" селтәрендә Мәскәүҙә үҙ программаларын яҡлаусы республиканың өс юғары уҡыу йорто хаҡында яҙҙы. 

Республиканың өс алдынғы вузы «Приоритет – 2030» проектында ҡатнашаРеспубликаның өс алдынғы вузы «Приоритет – 2030» проектында ҡатнаша
Республиканың өс алдынғы вузы «Приоритет – 2030» проектында ҡатнаша

 "Мәскәүҙә эшләйбеҙ.  Бөгөн беҙҙең өс алдынғы вузыбыҙ –  Өфө Фән һәм технологиялар университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Өфө дәүләт нефть-техник университеты –   «Приоритет – 2030» проектын үҫтереү барышында үҙ программаларын яҡлай.   

Республика вуздарының 2022 йылдан алып стратегик лидерлыҡ программаһында ҡатнашыуы беҙгә уҡыу йорттарының  матди-техник базаһын нығытырға, яңы ҡорамалдар һатып алырға, ә иң мөһиме –   юғары технологиялы ғилми тикшеренеүҙәр өлкәһендә ныҡ ҡына алға аҙым яһарға  мөмкинлек бирҙе.   Былар бөтәһе лә Башҡортостанға Рәсәй төбәктәренең ғилми-технология үҫеше рейтингында алдынғы урындарҙы тоторға булышлыҡ итә.

 Республиканың фәнен һәм юғары мәктәбен алға этәреүҙе дауам итәбеҙ.  Илебеҙҙә иң яҡшы тип танылған 2030 йылға тиклемге фәнни-технология үҫеше программаһын тормошҡа ашырабыҙ",  – тине ул . 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас