Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Март 2025, 17:30

Бер кем фәрештә түгел

Бер кем фәрештә түгел Был ерҙә йәшәгән бер кем

Бер кем фәрештә түгелБер кем фәрештә түгел
Бер кем фәрештә түгел

Фәрештә була алмай.
Гонаһлы донъя бәндәһен
Әүрәткес менән арбай.

Ҡомһоҙға байлыҡ тотторор,
Ҡотһоҙға һайлар сибәр.
Эш белмәгән ялҡауҙарҙы
Уңғандар менән тиңләр.

Аҡылға ултырмағанды
Дәрәжә менән һынар.
Тамағын тыймағандарҙы
Иҫерткес менән һыйлар.

Көслөләрҙе еңер өсөн
Үслене ҡуйыр йәнәш.
Дуҫлыҡты көтөр хыянат,
Аҙҙырыр ялған кәңәш.

Рухы азат булған ғына
Алданмаҫ әүрәткескә.
Улар ымһынмаҫ юҡ-барға,
Бирешмәҫ аңһыҙ хискә.

Был гонаһлы донъяларҙа
Бер кем фәрештә түгел.
Тик намыҫ менән йәшәһәң,
Гонаһҡа батмаҫ күңел.

Зөһрә Ҡотлогилдина.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас