Бөтә яңылыҡтар

Волонтер булғың киләме?

Киләһе йылда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт биләмәләрен һайлау алыу буйынса тауыш биреүҙе үткәреүгә ирекмәндәр кәрәк. Белеүегеҙсә, йыл һайын ошондай тауыш биреү ойошторола. Халыҡ үҙе йәшәгән төбәктә нимәне матурларға икәнде үҙе һайлай.

Волонтер булғың киләме?
Волонтер булғың киләме?
Был эш "Йәшәүөсөн инфраструктура" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проекты буйынса уҙғарыла. Йыл һайын илдә 1,5 мең муниципаль берәмек тауыш биреүҙә ҡатнаша. Унда кешегә  волонтерҙар ярҙам итә. Ирекмәндәр махсус булдырылған урындарҙа тауыш биреүҙең асылын аңлата, объекттар менән таныштыра.
Ғаризалар 14 апрелгә тиклем йыйыла, ә тауыш биреү 21 апрелдән 12 июнгәсә za.gorodsreda.ru сайтында үтә.
Башҡортостан халҡы ла был сарала әүҙем ҡатнаша.
Волонтер булырға теләүселәр Добро.рф порталында теркәлергә тейеш. Ошонда үтегеҙ: https://dobro.ru/event/1106944
Фото: Министерство жилищно-коммунального хозяйства Республики Башкортостан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: