Бөтә яңылыҡтар
10

Ләйсән Үтәшева түгелеп китеп илаған

Билдәле яҡташыбыҙ  әсәһе менән төшкән фотоларын социаль селтәрҙәге сәхифәһенә һалған.

Ләйсән Үтәшева түгелеп китеп илаған
Ләйсән Үтәшева түгелеп китеп илаған

Ләйсәндең әсәһе Зөлфиә 13 йыл элек 47 йәшендә йөрәк өйәнәгенән вафат булған.

"Бөгөн уянып киттем дә  бала кеүек түгелеп китеп иланым. Ниндәй көн икәнен аңламайым әле, ниндәйҙер ауыртыуҙан уянғандай булдым. Ҡапыл иҫемә төштө. Был һин беҙҙе ҡалдырып киткән иң ауыр көн бит, әсәй! 13 йыл һине ҡосаҡлай алмайым... Мөмкинлек булғанда, туғандарығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы һәм һөйгәндәрегеҙҙе йышыраҡ ҡосаҡлағыҙ...", -

тип яҙған Ләйсән социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: