Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә 38 йәшлек ир стоматологҡа барғандан һуң вафат булған

 Билдәле булыуынса,  3 февралдә ир тешен дауалау өсөн 4-се стоматология поликлиникаһына бара. Тешен дауалағандан һуң бер нисә көн үткәс, ул үҙен насар тоя башлай.

Өфөлә 38 йәшлек ир стоматологҡа барғандан һуң вафат булған
Өфөлә 38 йәшлек ир стоматологҡа барғандан һуң вафат булған

 16 февралдә ирҙең температураһы күтәрелә, ә 17 февралдә яңағы шешә, ауыҙында һәм тәнендә ҙур язвалар барлыҡҡа килә.

 50-се поликлиникала терапевт Алексейҙың ауыр тын алыуын һәм температураһы юғары булыуын коронавирус тип фаразлай. Табип «Ашығыс ярҙам» саҡыра һәм ирҙе ковид госпиталенә алып китәләр. Унда ир анализ тапшыра. Ҡан анализы буйынса лейкоциттарҙың күрһәткесе 334 юғарылығында була. Әммә дауаханаға алып барыу урынына, уны ЭКГ-ға алып китәләр, һуңынан ирҙе хирург тикшерә, ашҡаҙанға ҡан һауыуы ихтимал, тигән фекергә килә, шунан һуң 21-се ҡала дауаханаһына ебәрәләр.

– Минең ирем әкрен генә ярҙамһыҙ үлде. Өҫтәүенә, 21-се дауахана табиптары, ирегеҙҙе дауаламаясаҡбыҙ, беҙҙең профиль түгел, тине. 13-сө дәүләт клиник дауаханаһына ниндәйҙер ярҙам күрһәтеү йәки иремде ебәреү тураһында үтенестәремә яуап итеп, барыһы ла баш табиптың килешеүендә, тинеләр. Өс сәғәт буйы ирем дауахананың ҡабул итеү бүлегендә ярҙам көттө, шунан һуң икенсе учреждениеға ебәреү өсөн «Ашығыс ярҙам» көтөргә дөйөм коридорға сығарып ебәрҙеләр.  Ирем дауаханала булып, бер ярҙамһыҙ ҡалды һәм табиптар алдында яйлап шиңде. Икенсе медицина учрежденияһына «Ашығыс ярҙам» көткәндә ул аңын юғалтты, уны 21-се дауахананың реанимация бүлегенә индерҙеләр һәм ул шунда үлгән», – тип илап һөйләй мәрхүмдең ҡатыны.

 

Фото: ГорОбзор

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: