Уларҙың ботаҡтарын һәм ботаҡ төптәрен «Защита» аҡлағысы һәм эзбиз менән эшкәртегеҙ. Ай аҙағында сысҡандарға ҡаршы ҡуйылған әйберҙәрҙе алығыҙ. Йылы көндә алмағас, грушаларҙың ҡороған ботаҡтарын ҡырҡырға мөмкин. Ҡоротҡостар булмаһын өсөн 700 г мочевинаны бер биҙрә һыуҙа иретеп , ағастарға, тупраҡҡа һибегеҙ. Уның урынына хатта ябай аш тоҙон да ҡулланырға ла мөмкин.10 литр һыуға 1 кг аш тоҙо алына. Әгәр ҙә ағастарҙа мүк үҫә башлаһа, уларҙы һут ағышы башланғанға тиклем 7 – 8 процентлы тимер купоросы иретмәһе менән эшкәртегеҙ. Өс көн дә үтмәҫ, улар ҡубып төшөр.
Ағас олонондағы яраларҙы баҡса һағыҙы ( петролатум) йәки әлиф нигеҙендә эшләнгән майлы буяу менән буяп ҡуйығыҙ. Киҫеп алынған ботаҡтарҙы яндырығыҙ.