Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Март 2025, 07:00

Ришат Төхвәтуллин сирле генә булған бит

Ярай сәхнәлә баҫып торорға көс тапҡан.

Ришат Төхвәтуллин сирле генә булған битРишат Төхвәтуллин сирле генә булған бит
Ришат Төхвәтуллин сирле генә булған бит

Йырсының Өфөләге концерттары шаулап-гөрләп үтте. Уны тамашасылар һорап-һорап йырлатты. Ә Ришат был ваҡытта ауырыған булған икән.

– Дуҫтар, минең гайморит. Уҙған йылда ла булған ине, быйыл да ҡабатлана. Гайморит булғас, «отек» үпкәгә төшә. Шулар йыйылып йүтәл килеп сыға, тауыш ярыларым ултыра, арый. Әле дауалана башланым. Өфө тамашасыларыма бик ҙур рәхмәт. Мин сирләһәм дә йырып сыҡтыҡ. Концерттар бик яҡшы уҙҙы, ауырығаным һиҙелмәне лә, – тип яҙа йырсы социаль селтәрендә.
Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас