Ҡыҙғанысҡа күрә, көндөң үтә һалҡын булыуы транспортҡа ла йоғонто яһай. «Тимер ат»тар һалҡындан туҡтап ҡала. Ә унда кисә -26, төнөн -35 градус һалҡын була.
– Яңы Уренгой! Ҡыҙғаныс, әммә беҙ бөгөнгө концертыбыҙҙы күсерергә булдыҡ. Һеҙгә барырға сыҡҡас көтөлмәгән хәлгә юлыҡтыҡ. «Тимер ат»тарыбыҙ ҡырыҫ һалҡындарға сыҙаманы, улар туҡтап ҡалды. Әле ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. Һеҙгә һис шикһеҙ килеп етәсәкбеҙ. Яҡын арала, концерттар буласаҡ датаны әйтәсәкбеҙ.
Шулай килеп сыҡҡанға ғәфү үтенәбеҙ, аңларһығыҙ тип ышанам, – тип яҙа Элвин Грей.